+1 °С
Облачно
VK
Яңылыҡтар
5 Октября , 09:56

Милли китапханала - матур осрашыу

Башҡортостан Республикаһы Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһының Балалар уҡыу үҙәгендә Өфөнөң 49-сы мәктәбенең 4"Б" класы уҡыусыларыБашҡортостандың халыҡ шағиры, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина менән осрашты.Сара Башҡортостан Республикаһы һәм Уҡытыусылар көнөнә арналды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Милли китапханала - матур осрашыуМилли китапханала - матур осрашыу
Милли китапханала - матур осрашыу

Лариса Хашим ҡыҙы балаларға Башҡортостандың тәбиғәте һәм халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәре хаҡында һөйләне.
Шулай уҡ "Аҡбуҙат" журналы һәм "Урал менән Аҡбуҙат мажаралары" комиксы менән танышты ҡыҙ менән малайҙар. Балалар менән һүҙҙәрҙе башҡортсанан руссаға тәржемә итеп тә ҡараныҡ - уҡыусыларға был айырыуса оҡшаны.
Иң әүҙем ҡыҙ һәм малайҙар журналдар менән бүләкләнде.

Лариса Хашим ҡыҙы менән бергә уҡыусылар үҙҙәренең яратҡан уҡытыусылары - Карина Динар ҡыҙы Иванованы Уҡытыусылар көнө менән ҡотлап үтте. Бындай ҡотлау һәр кемдең күңелендә оҙаҡ һаҡланыр тип ышанабыҙ.

Балалар менән ойошторолған бындай саралар китаптар һәм журналдар менән танышыу өсөн генә түгел. Тап ошондай осрашыуҙарҙа балаларҙың тыуған яғына, телгә, ғөрөф-ғәҙәттәргә һөйөү уяна һәм нығына.

Милли китапханала - матур осрашыу
Милли китапханала - матур осрашыу
Милли китапханала - матур осрашыу
Милли китапханала - матур осрашыу
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас