+15 °С
Ясно
VK
Яңылыҡтар
24 Сентября , 15:58

Өфөлә мәктәпкәсә белем биреү педагогтары форумы үтте!

24 сентябрь "Торатау" Конгресс-холында "Башҡортостан мәктәпкәсә белеме ‑ 2026: Иң яҡшыһын һаҡлап, яңыны индерәбеҙ" тигән ҙур форум үтте. Ул Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығы тарафынан иғлан ителгән "Мәктәпкәсә белем биреү йылы"на арналды.

Өфөлә мәктәпкәсә белем биреү педагогтары форумы үтте!Өфөлә мәктәпкәсә белем биреү педагогтары форумы үтте!
Өфөлә мәктәпкәсә белем биреү педагогтары форумы үтте!

 Форумда ҡатнашыусылар һаны - 400-ҙән ашыу : мәктәпкәсә белем биреү ойошмалары етәкселәре һәм педагогтары, методистар, мәғариф өлкәһендә идара итеү органдары, ата-әсәләр һәм эксперттар.

Форумдың төп эшмәкәрлеге түбәндәгеләр булды:

Педагогтар менән ата-әсәләр араһындағы асыҡ диалогтың әһәмиәте.
Ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү.
Яңы белем биреү практикалары һәм технологияларын индереү.

Форумда "Рәсәй тәрбиәселәре" Бөтә Рәсәй конкурсының республика этабына йомғаҡ яһалды.

Форум шуны күрһәтте: мәктәпкәсә учреждениелар үҫә, камиллаша, тәрбиә йүнәлешендә ҡалыплашҡан алымдар яңы практикалар менән байый бара.

Фотолар: "Навигаторы детства" төркөмөнән.

Өфөлә мәктәпкәсә белем биреү педагогтары форумы үтте!
Өфөлә мәктәпкәсә белем биреү педагогтары форумы үтте!
Өфөлә мәктәпкәсә белем биреү педагогтары форумы үтте!
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас