-1 °С
Облачно
VK
Яңылыҡтар
23 Сентября , 09:10

Журналистар һәм блогерҙарҙы конкурста ҡатнашырға саҡыралар

XI "СМИротворец" Бөтә Рәсәй киң мәғлүмәт саралары конкурсы журналистар һәм блогерҙарҙан 20 сентябргә тиклем ғаризалар ҡабул итә.

Добавить в предпочтительные источники Google
Журналистар һәм блогерҙарҙы конкурста ҡатнашырға саҡыраларЖурналистар һәм блогерҙарҙы конкурста ҡатнашырға саҡыралар
Журналистар һәм блогерҙарҙы конкурста ҡатнашырға саҡыралар

Конкурс милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе яҡтыртыуға бағышлана һәм Рәсәйҙә иғлан ителгән халыҡтар берҙәмлеге йылына арнала.

Конкурсанттар 7 номинацияла ярышасаҡ: "Телевидение", "Матбуғат", "Интернет", "ЭТНОтауыш" (аудиоформат), "Балалар һәм үҫмерҙәр киң мәғлүмәт саралары", "Халыҡтар берҙәмлеге". Блогерҙарҙы "Блогтар" тигән номинацияла айырым ҡараясаҡтар.

Ойоштороу комитеты менән бәйләнеш: +7(495)978-02-89, konkurs@nazaccent.ru.

Фото: ойоштороу комитетынан.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас