

Байрам саралары 25–26 сентябрь көндәре үтә һәм Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылы, Башҡортостанда иғлан ителгән Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арнала.
Байрамдың географияһы йылдан-йыл киңәйә бара: быйыл Болгария, Сербия, Германия, Финляндиянан, илебеҙҙең төрлө ҡалалары - Мәскәү, Санкт-Петербург, Луганск, Ульяновск, Һамар, Ырынбур һәм башҡа яҡтарҙан ҡунаҡтар килеүе көтөлә.
Байрам, ғәҙәттәгесә, уҡыу йорттарында “Аксаков уҡыуҙары” намыҫ һәм әхлаҡ дәрестәрен үткәреүҙән башлана. Студенттар, мәктәп уҡыусылары алдында байрам ҡунаҡтары сығыш яһаясаҡ.
Иҙел буйы һыу транспорты университетының Өфө филиалында адмиралдар, генералдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре 1-се курс студенттарына билеттар тапшырасаҡ. Аксаков гимназияһында үтәсәк әхлаҡ дәресендә яҙыусылар, публицистар, музей хеҙмәткәрҙәре Аксаковтар ғаиләһе һәм Сергей Аксаков ижады хаҡында әңгәмә ойошторасаҡ.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһында түңәрәк өҫтәл ойоштороласаҡ. Унда Санкт-Петербург, Мәскәү, Ырымбур, Өфөнән ғалимдар ҡатнашасаҡ.
Артабан саралар С.Т. Аксаковтың мемориаль йорт-музейында дауам итәсәк. Бында “Аксаков һәм урыҫ яҙыусылары” күргәҙмәһе асыласаҡ.
Өфөнөң төрлө майҙансыҡтарында ла байрам саралары көтөлә: ижад коллективтарының сығыштары, балалар рәсемдәренән торған күргәҙмә, уйын майҙансыҡтары, фотозона һәм башҡалар. Кис көнө Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Аксаков кисәһе уҙасаҡ. Кисәнең тантаналы өлөшөндә Республика Башлығы Радий Хәбиров С.Т. Аксаков исемендәге Бөтә Рәсәй премияһын һәм Григорий Аксаков орденын тапшырасаҡ. Кисә сәнғәт оҫталары тарафынан әҙерләнгән концерт менән тамамалана.
26 сентябрь байрам саралары Бәләбәй, Өфө һәм Ҡырмыҫҡалы райондарында дауам ителә.