

Сараны асып, Олег Машковцев балаларҙы сәләмләне: "Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Анатольевич Комаров исеменән һеҙҙе фестивалдә ысын күңелдән сәләмләйем, – тине ул үҙ сығышында. - Һеҙгә ҡунаҡсыл Өфө ерендә ваҡытығыҙҙы файҙалы үткәрергә һәм лайыҡлы рәүештә еңеүҙәр яуларға теләйем!"
Тантаналы кисәлә абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты: Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Башҡортостан Республикаһы буйынса баш федераль инспектор Александр Окатьев, РФ Дәүләт думаһы депутаты Рима Баталова, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Тамара Танһыҡҡужина, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары- Башҡортостан Республикаһының спорт министры Руслан Хәбибов, республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ольга Кабанова һәм башҡалар.
Фестиваль программаһына интеллектуаль, ижади һәм спорт саралары индерелгән: "Мастерок", "Бала саҡ йондоҙҙары", "Аҡыл палатаһы", "Спорт олимпы", "Кулинар оҫталыҡ", шулай уҡ быйылға беренсе тапҡыр үткәрелгән "Геройҙар ярышы" һәм "Медиа" конкурсы. Ҡатнашыусылар өсөн пилотһыҙ системалар менән идара итеү буйынса дәрестәр, билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән оҫталыҡ дәрестәре, һөнәри йүнәлеш биреү саралары һәм экскурсиялар әҙерләнгән. Кисен балаларҙы күңел асыу дискотекаһы көтә.
Фестиваль 18 сентябрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында тантаналы сара менән тамамланасаҡ. Конкурстарҙа һәм ярыштарҙа еңеүселәрҙе ҡиммәтле бүләктәр көтә.