Яңы үҙәкте асыу тантанаһында Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге республика Милли китапхана директоры Марат Зөлҡәрнәев, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова, Мостай Кәрим исемендәге фонд директоры, шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова, Башҡортостандың халыҡ шағиры, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, Мәкәрим Хөсәйен улы Төхвәтшин исемендәге һуҡырҙар өсөн Республика махсус китапханаһы директоры урынбаҫары Ирина Күсәрбаева, шулай уҡ йәш уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре, уҡытыусылар ҡатнашты.
Видео-сәләм менән Рәсәйҙең мәҙәниәт министры Ольга Любимова һәм Рәсәй дәүләт китапханаһының генераль директоры Вадим Дуда бәйләнешкә сыҡты. Уларҙың ҡотлау һүҙҙәре проекттың бөтә Рәсәй кимәлендә мөһимлеген күрһәтте.
Эльвира Айытҡолова балаларға ихлас ҡыуанысын еткерҙе: "Бындай үҙәктәрҙә яңы Мостай Кәримдәр, яңы рәссамдар һәм бөйөк шәхестәр үҫер, тип ышанабыҙ! Беҙҙең бурыс - балаларҙа изгелек һәм патриотизм хистәрен ҡабыҙыу", - тине ул.
Лариса Абдуллина приз фондын булдырырға тәҡдим итте. Уны был китапханала иң күп китап уҡыған бала аласаҡ.
Үҙәк "Ғаилә" милли проекты буйынса булдырылды.