

Үҙебеҙҙең Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалаларынан форумға 12 һәләтле уҡыусы барҙы, уларҙың өсәүһе - "Тамыр"ҙан шәп алып барыусылар - Нияз Яҡупов, Индира Теүәлбаева, Айтуған Ишемғужин.
Ошо көндәрҙә мәҙәни форумды гөрләтеп йөрөп ҡайтҡан делегаттарыбыҙ менән "Берҙәм Рәсәй" партияһының йәмғиәткә ярҙам итеү штабында матбуғат конференцияһы ойошторолдо.
Сараға килгән ҡыҙҙар-малайҙар ҡыҙыҡлы һорауҙар яңғыратты, ә йәш журналистар уларға ихлас яуап ҡайтарҙы.
🪗 Матбуғат конференцияһында шулай уҡ форум делегаты, "Елкән" телевизион конкурсы лауреаты, "Тау-тау хәбәр" тапшырыуы хәбәрсеһе Айгөл Фәхруллина ҡатнашты. Һәләтле ҡыҙ аккордеонда уйнап, ҡунаҡтарҙы бейетеп тә алды.