Бында "Миләш" балалар баҡсаһы менән таныштыҡ.
"Миләш" балалар баҡсаһында 12 төркөм эшләй: 6 башҡорт һәм 6 урыҫ төркөмө.
Бөтәһе 265 бала тәрбиәләнә, уларҙың 222-һе - башҡорт милләтенән.
Башҡорт телен үҫтереү һәм ҡурсалауҙа балалар баҡсаһы әүҙем эш алып бара: һәр төркөмдә халҡыбыҙға хас булған милли музейҙар булдырылған. Республика, район кимәлендә үткәрелгән "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү, "Һаумы, һаумы, әкиәт" конкурстарында кескәйҙәр әүҙем ҡатнаша.