-1 °С
Облачно
VK
Яңылыҡтар
9 Сентября , 10:37

"Арғымаҡ" үҙ уҡыусыларын көтә!

Бөгөн Өфөлә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана базаһында "Арғымаҡ" балалар мәҙәни‑ағартыу үҙәге асылды.Ул "Ғаилә" милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.

Добавить в предпочтительные источники Google

"Арғымаҡ"та өс зона булдырылған: ҡом өйөмө менән интерактив уйын (6 йәшкә тиклемге балалар өсөн), электрон китапханаларға инеү мөмкинлеге булдырылған зона, мультимедиа панеле һәм VR‑күҙлектәр менән булдырылған оҫтахана.

 

Үҙәк 14 йәшкә тиклемге балаларға иҫәпләнгән.

 

"Арғымаҡ" балалар мәҙәни‑ағартыу үҙәге адресы: Өфө ҡалаһы, Менделеев урамы, 203.

 

Яңы үҙәкте асыу тантанаһында Р. Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернаты уҡыусылары сығыш яһаны.

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас