+21 °С
Облачно
VK
Яңылыҡтар
7 Сентября , 08:04

Бергәләп диктант яҙайыҡ!

Иртәгә, 8 сентябрь көнө, "Рәсәй - халыҡтар йорто" Бөтә Рәсәй диктанты үтә.

Бергәләп диктант яҙайыҡ!Бергәләп диктант яҙайыҡ!
Бергәләп диктант яҙайыҡ!

Проект Рәсәй халыҡтары телдәре көнөнә арнала. Диктанттың маҡсаты - илебеҙ халыҡтарының күп теллелеген популярлаштырыу.

Тексҡа авар милләтле күренекле шағир Рәсүл Ғамзатов әҫәрҙәренән өҙөктәр индерелгән. Яҙыусының тыуған көнө лә 8 сентябргә тура килә.

Онлайн-формат өсөн 21 телдә текст әҙерләнгән, улар араһында башҡорт, алтай, бурят, мари, татар, чечен, сыуаш, саха (яҡут) һәм рус телдәре бар.

Онлайн диктантҡа ҡушылыу өсөн, https://dictant.ruwiki.ru/ сайтында теркәлергә, текст телен һайларға кәрәк. Ҡатнашыусы сертификаты шунда уҡ ебәрелә.

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас