+16 °С
Облачно
VK
Яңылыҡтар
2 Сентября , 10:24

Интернет киңлектәрендә балаларҙы нисек ҡурсаларға?

Балаларҙы һәр төрлө ҡурҡыныстарҙан һаҡлау һәм ҡурсалау өсөн иң мөһим ҡорал - уның менән аралашыу, яҡын бәйләнеш булдырыу. Интернет селтәрендә янаған хәүефһеҙлектәрҙән яҡлау өсөн дә кескәйҙәр менән һөйләшергә, аңлатырға кәрәк.

Ҡыҙғанысҡа күрә, интернетта мутлашыусылар һаны артҡандан арта. Мәҫәлән, 2026 йылдың тәүге яртыһында ғына Рәсәйҙә 6 мең бала мутлашыусылар тоҙағына эләккән.

 

Күптән түгел Стәрлетамаҡтан 16 йәшлек ҡыҙҙы алдайҙар. Уҡыусы балаға мутлашыусылар ташлама менән сәскә һатып алырға тәҡдим яһай, һуңынан, үҙҙәрен полиция хеҙмәткәрҙәре тип таныштырып, әсәһенең карта һандарын һорап алалар. Һөҙөмтәлә, 140 мең аҡса урлана.

 

Балаларығыҙ менән бергә Рәсәй Президенты эргәһендәге Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Мария Львова-Белованың кибер хәүефһеҙлек буйынса видео дәрестәрен ҡарарға тәҡдим итәбеҙ!

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас