

Фестиваль 14-се тапҡыр уҙғарыла, быйыл ул Ҙур һәм татыу ғаилә йылына арнала.
Йола буйынса, сараға килгән һәр кемгә һөт эсеп ҡарарға тәҡдим ителәсәк. Быйыл һөт йәрминкәһе, фермер баҙары, сыр кибете, бал майҙансығы, "Ҡымыҙ ауылы" һәм "Экоауыл"дан тыш, халыҡҡа тағы ла бер-нисә яңылыҡ тәҡдим ителәсәк.
Беренсе тапҡыр фестивалдә ғаилә труппаһы сығыштарынан торған "Һөт циркы" үтә. Иң кескәйҙәр өсөн һауа тултырылған уйынсыҡтар менән "Быҙауҙар сабышы" ойоштороласаҡ. Шулай уҡ 14:00 сәғәттән 18:00 сәғәткә тиклем "Спутник ФМ" радиоһы яңы акция тәҡдим итә: һаулыҡ өсөн зарарлы аҙыҡ алып кил дә, һөткә алыштыр!
Фестивалгә инеү бушлай!
Саралар 10:00 сәғәттә «Ҡашҡаҙан» мәҙәниәт һәм ял паркында башлана.