+25 °С
Облачно
VK
Яңылыҡтар
19 Августа , 10:15

Полина Дмитриева Европа беренселегенән биш миҙал алып ҡайтты!

Стәрлетамаҡтан 14 йәшлек гимнаст Полина Дмитриева Европа беренселегендә дүрт алтын һәм бер көмөш миҙал яуланы! Хорватияла үткән ярыштарҙа ҡыҙ брустарҙа, бүрәнәлә, ирекле күнегеүҙәр һәм команда бәйгеһендә еңеүгә иреште.

Полина Дмитриева Европа беренселегенән биш миҙал алып ҡайтты!Полина Дмитриева Европа беренселегенән биш миҙал алып ҡайтты!
Полина Дмитриева Европа беренселегенән биш миҙал алып ҡайтты!

Полина гимнастика менән 4 йәштән шөғөлләнә. Ул үҙе әйтеүенсә, спорт уның тормошонда ҙур урын биләй һәм күп ваҡыт, көс талап итә. Стәрлетамаҡ ҡалаһының 7-се мәктәбендә уҡыусы ҡыҙ көнөнә кәмендә 4 сәғәт гимнастика менән шөғөлләнә. Ял көнө - тик йәкшәмбе. Был көндә Полина саф һауала йөрөргә, дуҫтары менән күрешергә тырыша. Дәрестәрҙе ҡалдырырға ла тура килә, өйгә эштәрҙе уҡытыусылар дистанцион рәүештә ебәреп тора. Ҡыҙҙың яратҡан дәрестәре - рәсем һәм физика.

 

Әйткәндәй, Полина Дмитриева хәҙер - 2028 йылғы Олимпия уйындарына Рәсәй йыйылма командаһына кандидат!

 

Полинаны һәм уның тренеры Елена Кайгулованы ҙур еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ!

Полина Дмитриева Европа беренселегенән биш миҙал алып ҡайтты!
Полина Дмитриева Европа беренселегенән биш миҙал алып ҡайтты!
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас