-1 °С
Облачно
VK
Яңылыҡтар
19 Августа , 12:33

Башҡортстанда “Минең ғаиләм һәм Конституция” конкурсы үтә!

Башҡортостан Республикаһы Конституция советы "Ҙур һәм татыу ғаилә йылы"нда “Минең ғаиләм һәм Башҡортстан Республикаһы Конституцияһы” балалар рәсеме конкурсын үткәрә. 

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортстанда “Минең ғаиләм һәм Конституция” конкурсы үтә!Башҡортстанда “Минең ғаиләм һәм Конституция” конкурсы үтә!
Башҡортстанда “Минең ғаиләм һәм Конституция” конкурсы үтә!

Конкурс өс этапта ойошторола:

- рәсемдәр йыйыу – 2026 йылдың 1 сентябренән 30 октябренә тиклем;

- баһалау этабы – 2026 йылдың 1-30 ноябрь көндәре;

- бүләкләү тантанаһы – 2026 йылдың декабрь айы.

Ҡатнашыусылар 3 йәш категорияһына бүлеп ҡараласаҡ:

- 1-4 класс уҡыусылары;

- 5-6 класс уҡыусылары;

- 7-9 класс уҡыусылары.

Конкурста ҡатнашыу өсөн ғаризаларҙы һәм рәсемде түбәндәге адрес буйынса ебәрергә була: 450008, Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы, З.Вәлиди урамы, 46. Тулыраҡ мәғлүмәт - БР Конституция Советының рәсми сайтында -  ksrb.bashkortostan.ru

Фото: "Белем" йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе.

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас