+21 °С
Ясно
VK
Яңылыҡтар
11 Августа , 08:41

Спорт яратыусы балалар һәм уларҙың ата-әсәләре иғтибарына!

Өфөлә фехтование буйынса спартакиада ярыштары башланды. Теләге булған һәр кем был ярыштарҙы барып ҡарай ала, илдең иң көслө спортсыларын күреү мөмкинлеге бар!

Спорт яратыусы балалар һәм уларҙың ата-әсәләре иғтибарына!Спорт яратыусы балалар һәм уларҙың ата-әсәләре иғтибарына!
Спорт яратыусы балалар һәм уларҙың ата-әсәләре иғтибарына!

Турнир 18 августҡа тиклем Өфөләге фехтование үҙәгендә барасаҡ. Инеү - бушлай!

Был ярыштар - Рәсәй милли йыйылма командаһына һайлап алыу этабы! Йәғни киләсәктә илебеҙ намыҫын ҙур халыҡ-ара турнирҙарҙа кем яҡлауы һәм 2028 йылғы Олимпия уйындарына ниндәй спортсылар барыуы бөгөндән хәл ителә!

Башҡортостан өсөн олимпия чемпиондары һәм донъя беренселеге еңеүселәре сығыш яһай. Мәҫәлән, Тимур Сафин (2016 йылғы олимпия чемпионы) һәм Аделина Заһиҙуллина (Токио-2020 йылғы олимпия чемпионы). Ә кисә Республика өсөн беренсе миҙалды Егор Баранников яуланы - ул рапирала шәхси зачетта бронза алды!

Ғаиләгеҙ менән килегеҙ! Балалар күңелендә спортҡа һөйөү уятыу өсөн бик мөһим бындай саралар!

 

Фото: Илшат Әхмәтов.

 

Спорт яратыусы балалар һәм уларҙың ата-әсәләре иғтибарына!
Спорт яратыусы балалар һәм уларҙың ата-әсәләре иғтибарына!
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас