+14 °С
Облачно
VK
Яңылыҡтар
5 Августа , 10:17

Яңы әсбап тел өйрәтә!

"Тере һүҙ" проекты менән бергә хәҙер балалар баҡсаларында башҡорт телен өйрәнеү күпкә еңел буласаҡ!

Добавить в предпочтительные источники Google
Яңы әсбап тел өйрәтә!Яңы әсбап тел өйрәтә!
Яңы әсбап тел өйрәтә!

Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 5-7 йәшлек кескәйҙәргә тәғәйенләнгән уҡыу комплекстары сығарҙы.
Сағыу һүрәттәр авторы - Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Сулпан Билалова, шул һүрәттәрҙе стендарға урынлаштырыусы рәссам - Майя Ҡәйүмова, проект етәксеһе - Башҡортостадың халыҡ шағиры, "Аҡбуҙат" журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина.

Һәр әсбап түбәндәге өлөштәрҙән тора:
- этномәҙәни компонентлы 10 сағыу сюжетлы һүрәттәр;
- тәрбиәселәр һәм ата-әсәләр өсөн методик ҡулланмалар;
- дәрес үткәреүҙә ярҙам булырҙай конспекттар.

Шулай уҡ был материалдар электрон вариантта Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының сайтында ла бар.

Бөгөн 350 комплект республиканың тәүге 8 районына тапшырылды.

 

Яңы әсбап тел өйрәтә!
Яңы әсбап тел өйрәтә!
Яңы әсбап тел өйрәтә!
Яңы әсбап тел өйрәтә!
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас