+17 °С
Дождь
VK
Яңылыҡтар
23 Июня , 07:07

Ғаилә - йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлаусы усаҡ!

23-27 июндә Өфөлә үтәсәк III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһының тағы ла бер сағыу ҡунаҡтары - Кострома өлкәһенән "Каруселька" Өлгөлө балалар бейеү студияһы коллективы.  

Коллективтың төп үҙенсәлеге - ғаилә күсәгилешлеге. Бында күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән бер туғандар шөғөлләнә һәм йыр, бейеү аша тамашасыға күңел йылыһын, халыҡ мәҙәниәтен еткерә.

 

Талантлы бер туғандар менән таныштырабыҙ:
Бушуевтар - Арина менән Вероника;
Козловтар - Семён менән Мария;
Барановтар - Илья менән Данила;
Кореневтар - Александр, Мария һәм Ксения.

 

"Каруселька" өсөн ғаилә - ул мәҙәни усаҡ, бында йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәргә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләнә һәм шул ҡиммәттәр быуындан-быуынға тапшырыла.

 

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас