+16 °С
Облачно
VK
Яңылыҡтар
10 Июня , 07:04

Фольклориадала Башҡортостан исеменән кемдәр сығыш яһаясаҡ?

Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Булат ҡыҙы Тулыбаева Фольклориадала Башҡортостан исеменән сығыш яһаған коллективтар һәм солистарҙың исемлеге менән таныштырып үтте.  

Фольклориадала Башҡортостан исеменән кемдәр сығыш яһаясаҡ?Фольклориадала Башҡортостан исеменән кемдәр сығыш яһаясаҡ?
Фольклориадала Башҡортостан исеменән кемдәр сығыш яһаясаҡ?

Бына улар: - Әҙеһәм Исҡужин исемендәге өлгөлө ҡурайсылар ансамбле, ул Рәми Ғарипов исемендәге 1-се БРГИ-ла эшләй. Етәксеһе – Вәсил Баймырҙин, БР-ҙың Ҡурайсылар дәүләт ансамбле артисы. – Өфө районының “Дарман” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле. Етәкселәре – Алина менән Роберт Хәмиҙуллиндар. – Күмертау ҡалаһының “Зоренька” өлгөлө рус йыры ансамбле, етәксеһе – Ирина Кувшинова. – Көйөргәҙе районынан 13 йәшлек Әнүәр Вәхитов. – Баҡалы районынан 15 йәшлек музыкант Азамат Ханнанов. Уңыштар юлдаш булһын!

Фото: Рәмил Нафиҡов.

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас