+16 °С
Облачно
VK
Яңылыҡтар
10 Июня , 11:01

"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы менән танышыуын дауам итә!

9 июнь көнө баҫмабыҙҙың баш мөхәррире Лариса Абдуллина эш сәфәре менән Күмертау ҡалаһында булды.

"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы менән танышыуын дауам итә!"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы менән танышыуын дауам итә!
"Аҡбуҙат" балалар баҡсаһы менән танышыуын дауам итә!

Күмертау ҡалаһының 27-се “Ҡыңғырау” (“Колокольчик”) балалар баҡсаһы 1986 йылда асылған. Әлеге ваҡытта бында 15 төркөм эшләп килә. 2 төркөм мөмкинлектәре сикләнгән балаларға тәғәйенләнгән. 2018 йылда, ата-әсәләрҙең һорауы буйынса, башҡорт телле “Нарцисс” төркөмө асыла. 8 йыл дауамында был төркөмдә юғары категориялы педагог – Сәйәхова Альбина Минеғәзиз ҡыҙы эшләй. “Нарцисс” төркөмө балалар баҡсаһының мәҙәни һәм рухи усағы хәҙер. Альбина Минеғәзиз ҡыҙы һәр ваҡыт даими эҙләнеүҙәр, яңы белем алыу өҫтөндә эшләй. Тәрбиәсенең төп эш методы: талап итеү түгел, ә ҡыҙыҡһындырыу, ылыҡтырыу. Тәрбиәләнеүселәрҙаң ата-әсәләре лә һәр ваҡыт төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, бар яҡлап тәрбиәсегә ярҙам итергә тырышалар. Ғаилә традицияларына, халыҡ ижадына - әкиәттәргә, йырҙарға, биҙәү-ҡулланма сәнғәтенә айырыуса иғтибар бүленә. Ғаилә менән әкиәт уҡыу, уҡылғандар буйынса фекер алышыу, аҙаҡ шул әкиәттәрҙе сәхнәләштереү ҙә киң ҡулланыла.

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас