

12-16 йәшлек 200-ҙән ашыу һәләтле бала илебеҙҙең билдәле педагогтарының дәрестәрендә ҡатнашты.
Дүрт көн эсендә төрлө интенсив дәрестәр үтте: сәхнә хәрәкәте һәм бейеү, ҡурсаҡ һәм предмет менән эшләү, драма театрында вокал, сәхнә телмәре һәм дикция, психологик жест һәм темпоритм буйынса тренингтар.
"Был беҙҙең өсөн ҙур тәжрибә. Дәрестәр бик ҡыҙыҡлы үтте, күңелле лә, мауыҡтырғыс та! Яңы дуҫтар һәм таныштар таптыҡ. Уҡытыусылар - үҙ эшенең ысын оҫталары, бай тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар", - тине дәрестәрҙә ҡатнашыусы ҡыҙ һәм малайҙар.
Проект Президент мәҙәни башланғыстар фонды, РФ мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Фотолар: БДФ-тың матбуғат хеҙмәтенән.
#БДФ #ЭХОБДФ #БДФМастерские #КультураРБ #ТеатрДляДетей #БольшойДетскийФестиваль