

Ике көн эсендә 13 сара үтте: дискуссиялар, оҫталыҡ дәрестәре, квестар, шиғри оҫтаханалар һәм ижади осрашыуҙар.
Сара ҡунаҡтары - талантлы яҙыусылар һәм иллюстраторҙар: Евгения Русинова, Юлия Весова, Ольга Лишина һәм рәссам-иллюстратор Леся Уланова.
"Балалар менән осрашып, улар менән аралашҡас, һәр миҙгелде, һәр ҡарашты хәтерҙә ҡалдыраһы килә. Аҙаҡ ошоларҙың барыһы ла, күңелдә бөрөләнеп, әҙәби әҫәрҙәрҙә сағылыш таба", - тине Юлия Весова.
Проект Президент мәҙәни башланғыстар фонды, РФ мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы хөкүмәте ярҙамында тормошҡа ашырыла.
Фотолар: БДФ-тың матбуғат хеҙмәтенән.
#БДФ #ЭХОБДФ #БДФМастерские #КультураРБ #ТеатрДляДетей #БольшойДетскийФестиваль