+13 °С
Облачно
VK
Яңылыҡтар
29 Мая , 11:13

Мәктәп театрҙары етәкселәре өсөн белем биреү программаһы

29-31 май көндәре М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында Ҙур балалар фестиваленең махсус программаһы сиктәрендә "БДФ Мәктәп" йүнәлешле саралар үтәсәк.

Мәктәп театрҙары етәкселәре өсөн белем биреү программаһыМәктәп театрҙары етәкселәре өсөн белем биреү программаһы
Мәктәп театрҙары етәкселәре өсөн белем биреү программаһы

Программа сиктәрендә:

- Белем биреү процесында мәктәп театрының роле тураһында секциялар һәм семинарҙар.

- Спектакль өсөн материал һайлау буйынса практикумдар .

- Спектаклдең төп этаптарын анализлау - драматургия, уны сәхнәгә сығарыу юлдары.

- Төрлө йәштәге балалар менән эшләүҙең заманса алымдары.

Спикерҙар:

🖋Антон Ткаченко - "БДФ мәктәбе" йүнәлеше кураторы, педагогия фәндәре кандидаты, «Әҙәбиәт һәм театр дәрестәре: цифрлы дәүер мөмкинлектәре» уҡыу‑методик әсбабы авторы (2024).

🖋Алина Кушим - Мәскәү, Пенза, Ярославль, Воронеж театрҙары спектаклдәре режиссеры. 15-тән ашыу мәктәп спектаклен ҡуйған, "Әҙәбиәт+театр" курсы уҡытыусыһы, Олег Табаков премияһы лауреаты.

🖋Елена Дементьева - актриса, театр педагогы, "Практика" театры, Милләттәр Театры һәм башҡалар менән хеҙмәттәшлек итә.

Мәктәп театры өлкәһендәге алдынғы эксперттар менән тәжрибә уртаҡлашыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырмағыҙ!

#ЭХОБДФ #нацпроектСемья #Фондкультурныхинициатив #Грантдлякреативныхкоманд

 

Мәктәп театрҙары етәкселәре өсөн белем биреү программаһы
Мәктәп театрҙары етәкселәре өсөн белем биреү программаһы
Мәктәп театрҙары етәкселәре өсөн белем биреү программаһы
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас