+13 °С
Облачно
VK
Яңылыҡтар
29 Мая , 08:24

"Китап-байрам"да - Рәми Ғарипов тәржемәләре хаҡында һөйләшеү

Кисә "Белем" Рәсәй йәмғиәте майҙансығында Өфө эшҡыуарлыҡ, экология, дизайн колледжы менән Өфө технология һәм дизайн колледжы студенттары өсөн матур осрашыу үтте. Лариса Абдуллина йәштәргә Башҡортостан республикаһының халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың шиғри тәржемәһенең сихри донъяһын асты.

"Китап-байрам"да - Рәми Ғарипов тәржемәләре хаҡында һөйләшеү"Китап-байрам"да - Рәми Ғарипов тәржемәләре хаҡында һөйләшеү
"Китап-байрам"да - Рәми Ғарипов тәржемәләре хаҡында һөйләшеү

Студенттар Рәми Ғариповтың башҡорт теленә 60-тан ашыу авторҙың әҫәрҙәрен тәржемә итеүе хаҡында белде, улар араһында - Пушкин, Лермонтов, Есенин, Гейне, Байрон. Шиғырҙарҙың төп нөсхәһен, унан башҡортсаға тәржемәһен уҡып ҡарап, сарала ҡатнашыусылар төрлө мәҙәниәттәрҙең ҡушылыу мөғжизәһен тойҙо.

 

Йәш ҡыҙ һәм егеттәргә осрашыу оҡшағандыр һәм Рәми Ғарипов ижады уларҙың күңелендә матур сағылыш тапҡандыр тип ышанабыҙ.

"Китап-байрам"да - Рәми Ғарипов тәржемәләре хаҡында һөйләшеү
"Китап-байрам"да - Рәми Ғарипов тәржемәләре хаҡында һөйләшеү
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас