Гөлшат Әбдиеваның китаптары шул яғы менән ҡыҙыҡлы: улар уйынға ҡоролған. Эслектә - уҡыусылар өсөн визуаль күнекмәләр. Китап серияларын йыйып алғанда, геройҙарҙың дөйөм һүрәтен төҙөргә була. Шулай итеп, балаларға коллекция тупларға һәм китап уҡыуға ҡыҙыҡһыныу булдырыуға ҙур мөмкинлек был.
Автор үҙе былай тине: «Мин балалар өсөн терәк булырҙай әҫәрҙәр яҙырға теләйем".
Әйткәндәй, Гөлшат Әбдиеваның китаптарын кисә "Китап-байрам" да алып бөткәндәр ине. "Яңыларын көтәбеҙ", - тине нәшриәт хеҙмәткәрҙәре.