+21 °С
Облачно
VK
Яңылыҡтар
21 Мая , 10:15

Балалар фольклориадаһына тиклем һанаулы көндәр ҡала!

Быйыл, 23–27 июндә, Башҡортостан Республикаһы III Бөтә Рәсәй Балалар фольклориадаһын ҡабул итә.

Балалар фольклориадаһына тиклем һанаулы көндәр ҡала!Балалар фольклориадаһына тиклем һанаулы көндәр ҡала!
Балалар фольклориадаһына тиклем һанаулы көндәр ҡала!

20 май "Башҡортостан" дәүләт концерт залында III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына кире иҫәп башланыуға ҡарата тантана үтте. Андрей Беляев билдәләүенсә, 5 йылдан һуң Фольклориада йәнә Башҡортостанға ҡайтты.

Өфөлә илдең 80 төбәгенән 1000-дән ашыу йәш ҡатнашыусы, 78 ижади коллектив һәм 8 солист йыйыласаҡ. Фольклориадала беҙҙең төбәктән 5 ҡатнашыусы сығыш яһаясаҡ. Башҡортостан намыҫын Баҡалы районынан Азамат Ханнанов, Көйөргәҙе районы Ермолаево ауылынан Әнүәр Вәхитов, Өфө ҡалаһының ҡурайсылар өлгөлө ансамбле, Шамонино ауылынан "Дарман" өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле, Күмертау ҡалаһынан "Зоренька" өлгөлө рус йыр ансамбле яҡлаясаҡ.

Фотолар: "Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһы" төркөмөнән.

 

Балалар фольклориадаһына тиклем һанаулы көндәр ҡала!
Балалар фольклориадаһына тиклем һанаулы көндәр ҡала!
Балалар фольклориадаһына тиклем һанаулы көндәр ҡала!
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас