

М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты алдындағы майҙанда 3 көн буйына (28-30 май) шәп ял ойоштороласаҡ: - тирмәлә башҡорт милли кейемендә фотоға төшөү мөмкинлеге, - "Селтәр" студияһынан оҫталыҡ дәрестәре, - М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм БР-ҙың ҡурайсылар Союзынан - китаптар күргәҙмәһе, - БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Радик Килмәмәтовтың башҡорт мәҙәниәте тураһындағы фильмдарын күрһәтеү, - Йор һүҙ оҫталары менән осрашыуҙар һәм башҡа бик күп ҡыҙыҡлы саралар! Балалар өсөн ҡыҙыҡлы саралар ҙа бик күп булмаҡсы: милли уйындар, сәсәнлек буйынса оҫталыҡ дәрестәре, "Алтын ашыҡ" уйыны буйынса 3-сө чемпионат, "Башҡорт аты" балалар конкурсының еңеүселәрен билдәләү, башҡортса ритайым, йолаларҙы һаҡлаусылар менән ҡыҙыҡлы осрашыуҙар. Ғаилә менән килегеҙ! Балаларға ла, өлкәндәргә лә бик ҡыҙыҡлы, фәһемле буласаҡ. Башҡортостан халыҡтарының бай мираҫы менән танышайыҡ, көнөбөҙҙө файҙалы үткәрәйек!