+24 °С
Облачно
VK
Яңылыҡтар
19 Мая , 10:45

В. Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейына - 5 йыл!

26 май - билдәле ҡотопсо Валериан Альбановтың тыуған көнөндә йыл һайын уҙғарыла килгән Альбанов уҡыуҙары старт ала. Быйыл ул икеләтә әһәмиәтле: музейға теүәл 5 йыл тула! Һәм, йола буйынса, уҡыуҙар  «Китап‑Байрам» алдынан ойошторола.

В. Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейына - 5 йыл!В. Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейына - 5 йыл!
В. Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейына - 5 йыл!

26 майҙа музейға Мәскәү, Петербург, Архангельск, Мурманск, Новосибирск ҡалаларынан билдәле сәйәхәтселәр, яҙыусылар, сценаристар килеүе көтөлә.

28 май - "Китап-Байрам"дың төп майҙансығында ҡыҙыҡлы осрашыуҙар.

29 май - "Ҙур һәм татыу ғаилә йылы" сиктәрендә уҙғарылған "Төньяҡ балҡышы" республика конкурсына йомғаҡ яһау. Арктиканы һүрәткә төшөргән, диараммалар эшләгән, суднолар моделен төҙөү менән шөғөлләнгән иң шәп ғаиләләр Совет майҙанында бүләкләнәсәк.

Шулай уҡ "Китап-байрам"да музей тәҡдим итәсәк саралар:

- поляр ҡунаҡ бүлмәһендә

- оҫталыҡ дәрестәре: оригами, төньяҡ халыҡтары бетеүҙәре яһау, "Диңгеҙ алышы" уйыны.

- "Төньяҡ балҡышы" конкурсы еңеүселәренең эштәренән торған күргәҙмә.

- “Красин” боҙватҡысы” музейы тәҡдим итәсәк поляр станциялар тураһындағы күргәҙмә.

Музей сараларында көтөп ҡалабыҙ!

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас