+24 °С
Облачно
VK
Яңылыҡтар
19 Мая , 10:40

Әсәйҙәр, атайҙар, өләсәйҙәр, олатайҙар һәм, әлбиттә, балалар - һеҙҙең иғтибарға!

"Китап-байрам"да Башҡортостан китапханалары ғаилә уҡыуҙары хаҡында һүҙ алып барасаҡ. Сөнки бергәләп уҡыған китаптар барыбыҙҙы ла берләштерер көскә эйә!

Әсәйҙәр, атайҙар, өләсәйҙәр, олатайҙар һәм, әлбиттә, балалар - һеҙҙең иғтибарға!Әсәйҙәр, атайҙар, өләсәйҙәр, олатайҙар һәм, әлбиттә, балалар - һеҙҙең иғтибарға!
Әсәйҙәр, атайҙар, өләсәйҙәр, олатайҙар һәм, әлбиттә, балалар - һеҙҙең иғтибарға!

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана саралары, әлбиттә, китап хаҡында.

Бында һеҙ китаптарҙың борон-борондан нисек үҙгәрә килеүен күрә аласаҡһығыҙ.

Китап эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре лә ҡыҙыҡлы булмаҡсы.

"Торатау" Конгресс-холында үтәсәк "Территория женского счастья" форумы ла балалар менән бергә китап уҡыуға арнала.

Йәш яҙыусыларҙың һәм шағирҙарҙың “Ҡәләм һынау” республика әҙәби конкурсы һәм “Иң яҡшы китапханасы” конкурсы еңеүселәрен дә "Китап-байрам"да билдәләйбеҙ!

Бергәләп уҡырға, фекер алышырға һәм, әлбиттә, яҡшы китаптар һатып алырға саҡырабыҙ!

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас