+24 °С
Облачно
VK
Яңылыҡтар
19 Мая , 10:51

Моң барыһын да берләштерә

"Китап-байрам"ға ҡарата Ф. И. Шаляпин исемендәге музыка музейы олоһон да, кесеһен дә бергә йыйыр программа әҙерләй. Сөнки моң - халыҡтарҙы, быуындарҙы берләштерер көскә эйә.

Моң барыһын да берләштерәМоң барыһын да берләштерә
Моң барыһын да берләштерә

27 майҙа легендар педагог, башҡорт опера мәктәбенең уникаль методикаһы авторы Милүшә Ғәли ҡыҙы Мортазинаға 100 йәш тула. Ул үҙе сараға килә алмаясаҡ. Әммә һирәк фотолар һәм артефакттарҙан торған "Йондоҙҙар ҡабыҙыусы" күргәҙмәһе тап уға арнала. Шулай уҡ Миләүшә Мортазинаның “Ижад - бәхет синонимы” тип исемләнгән китабының исем туйы үтәсәк.

30 майҙа уникаль экспонат - 9-сы рота яугиры Андрей Нагорныйҙың хәрби гитараһы музейға тапшырыласаҡ. Ул Турицк, Горловка, Авдеевка ҡалаларын үтә... Инструментты Өфөнөң Йәмәғәт палатаһы секретары Әнүәр Байков тапшыра. Сараға геройҙың ғаиләһе лә саҡырылған.

Ф. И. Шаляпин исемендәге музыка музейы балар өсөн дә ҡыҙыҡлы саралар әҙерләй:

- "Йәнһүрәттәр булмағанда.." тип исемләнгән музыкаль дәрес (винил, пластинкалар, аудиоәкиәттәр ярҙамға киләсәк).

- "Шаляпин юлы буйлап" өҫтәл уйыны.

- Кейеҙ баҫыу буйынса оҫталыҡ дәресе. Кескәйҙәр менән бармаҡ ҡурсаҡтары эшләйбеҙ һәм шунда уҡ театр күрһәтәбеҙ.

- Бушлай аквагрим.

"Китап-байрам" көндәрендә музей янында көнө буйына көй-моң, театр геройҙары менән күңел асыу ҡаралған. Сараларҙан ситтә ҡалмағыҙ!

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас