

Унан сарала ҡатнашыусыларҙы Өфө ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары Гөлләриә Ялсыҡаева һәм Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы депутаты, Берҙәм Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһындағы «Ныҡлы ғаилә» партия проекты координаторы Ирина Сухарева сәләмләне.
Артабан ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм үҫтереүҙә ҙур эш алып барған Өфө ғаиләләре бүләкләнде. Улар араһында - күп балалы ғаиләләр, ирекмәндәр, ижади конкурстар еңеүселәре, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре.
Сәхнәлә Өфө фән һәм технологиялар университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм "Йәдкәр" мәҙәниәт йортоноң ижади коллективтары сығыш яһаны. Тамашасылар тематик уйындарҙа һәм ғаилә викториналарында ҡатнашты.