

Кескәй уҡыусылар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн бай программа әҙерләнгән:
- билдәле авторҙар менән ижади осрашыуҙар;
- оҫталыҡ дәрестәре;
- шиғри оҫтаханалар;
- интерактив уйындар.
Ҡунаҡҡа саҡырылған билдәле яҙыусылар:
Евгения Русинова - 60-тан ашыу китап авторы, Мәскәү хөкүмәтенең Корней Чуковский исемендәге премияһы финалисы;
Юлия Весова - Екатерина Серова исемендәге премия лауреаты, балалар әҙәбиәте өлкәһендә Милли премия финалисы.
Ольга Лишина - шағирә, прозаик, "Мәскәү арт‑премияһы" финалисы.
Леся Уланова - "Абрикобукс", "ЭКСМО" нәшриәттәре китаптары иллюстраторы.
Ике көн дауамында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана һәм “Сауҙагәр Чижов йорто”нда ойоштороласаҡ сараларҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ!
Инеү бушлай! Бай йөкмәткеле, фәһемле сараларҙан ситтә ҡалмағыҙ!