+23 °С
Облачно
VK
Яңылыҡтар
13 Мая , 09:11

Башҡортостан Республикаһында - ғаилә аҙналығы

Башҡортостанда Ғаилә аҙналығы башланды. Аҙналыҡты 15 майҙа билдәләнәсәк Халыҡ-ара ғаилә көнө уңайынан нәҡ ошо көндәрҙә үткәрәләр. Ул “Ғаилә” милли проекты сиктәрендә бара.

Башҡортостан Республикаһында - ғаилә аҙналығыБашҡортостан Республикаһында - ғаилә аҙналығы
Башҡортостан Республикаһында - ғаилә аҙналығы

12 майҙан алып ай буйына - "Изгелектең ғаилә бумерангы" акцияһы. Ауыр хәлдә ҡалған, ярҙамға мохтаж ғаиләләр өсөн балалар тауарҙарын (коляскалар, велосипедтар, ашатыу өсөн ултырғыстар һ.б.) йыябыҙ. Бының өсөн төрлө райондарҙа урынлашҡан «Ғаилә» үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә.

Адресты белешеү, йә ҙур габаритлы тауарҙы сығарыуға ғариза ҡалдырыу өсөн телефон һандары: 8-800-347-5000.

12-16 май - "Сәләмәт ғаилә - сәләмәт республика" акцияһы. Ата-әсәләр һәм балалар өсөн һаулыҡ тикшереү мөмкинлеге, һаулыҡ тураһында мәғлүмәт роликтары ҡаралған.

БР һаулыҡ үҙәктәре, ауылдарҙа фельдшер‑акушерлыҡ пункттарына мөрәжәғәт итергә.

13 май - "Беҙ бергә - ҙур ғаилә!" онлайн-акцияһы. Рәсәй халыҡтарының ғаилә ғөрөф-ғәҙәттәре тураһындағы фото һәм видеоларҙы #годбольшойидружнойсемьи102 хештегы менән Бәйләнештә селтәрендә бүлешегеҙ.

Еңеүсе 18 майҙа "Ғаилә" ресурс үҙәгенең тура эфирында һайланасаҡ.

14-16 май - Башҡортостандың ЗАГС бүлектәрендә йәш парҙарҙы ҡотлау: никахты теркәү ваҡытында иҫтәлекле асылмалар тапшырыласаҡ.

15 май - бер ойошмала эшләгән парҙарҙы хөрмәтләп үтеү.

15 май - Халыҡ-ара балалар ышаныс телефоны көнө. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 8 800 2000 122 телефоны буйынса бушлай һәм аноним психологик ярҙам күрһәтелә.

17 май 11:00 сәғәттә “Торатау” конгресс-холында "Ғаилә ҡиммәттәре" фестивале үтә! Программала: ғаиләләрҙең ҡаҙаныштары менән таныштырыу, ғаиләләрҙән оҫталыҡ дәрестәре, милли ризыҡтар тәмләү, балалар анимацияһы, ғаилә фотосессияһы, "Бәхетле ғаилә булыу нимәне аңлата" тигән түңәрәк өҫтәл.

Ғаилә аҙналығына ҡушылығыҙ - йолаларҙы нығытайыҡ, яҡындарыбыҙ тураһында хәстәрлек күрәйек! Ныҡлы ғаилә - ил терәге!

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас