+24 °С
Облачно
VK
Яңылыҡтар
5 Мая , 13:51

Шәп яңылыҡ!

Республикабыҙ «Мәскәү электрон мәктәбе» берҙәм цифр платформаһына күсә - бөгөн Мәскәүҙә килешеүгә ҡул ҡуйылды.

Шәп яңылыҡ!Шәп яңылыҡ!
Шәп яңылыҡ!

Мәктәптәрҙең күбеһе 1 сентябргә платформаға ҡушыласаҡ, башҡа белем усаҡтарын уҡыу йылы аҙағына тиклем теркәп бөтөү планлаштырыла.

 

Платформаның уңай яҡтары бихисап:
- уҡытыусылар өсөн ҡағыҙ эше кәмей һәм иң шәп педагогик ҡулланмалар тәҡдим ителәсәк;
- ата-әсәләргә баланың өлгәшеүен ҡарап барыу еңелләшә, шулай уҡ рәсми ҡағыҙҙарҙы онлайн тултырыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк;
- балаларға мауыҡтырғыс дәрестәр һәм бихисап китаптарға юл асыла.

 

«Был мөмкинлек өсөн Мәскәү мэры Сергей Семёнович Собянин һәм Рәсәйҙең белем биреү министры Сергей Сергеевич Кравцовҡа рәхмәт!» — тип яҙҙы үҙ сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Шәп яңылыҡ!
Шәп яңылыҡ!
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас