+17 °С
Облачно
VK
Яңылыҡтар
4 Мая , 09:36

“ЭХО БДФ” Ҙур Балалар фестивалендә Өфө театрҙарынан 6 спекталь күрһәтеләсәк

27 май көнө Өфөлә "ЭХО БДФ" Ҙур Балалар фестиваленең махсус программаһы старт ала. Уның сиктәрендә Өфө халҡына һәм ҡунаҡтарға 14 спектакль тәҡдим ителәсәк. Улар араһында - Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Тверь, Омск, Ульяновск ҡалаларынан һәм Башҡортостан республикаһы театрҙарынан төрлө спектаклдәр ҡуйыласаҡ.

“ЭХО БДФ” Ҙур Балалар фестивалендә Өфө театрҙарынан 6 спекталь күрһәтеләсәк“ЭХО БДФ” Ҙур Балалар фестивалендә Өфө театрҙарынан 6 спекталь күрһәтеләсәк
“ЭХО БДФ” Ҙур Балалар фестивалендә Өфө театрҙарынан 6 спекталь күрһәтеләсәк

Башҡортостан театрҙарынан тәҡдим ителгән спектаклдәр исемлеге түбәндәгесә: ✅Мстай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрынан - Ирина Казакова әҫәре буйынса ҡуйылған «Аладдин» (режиссер - Рөстәм Хәкимов) һәм «Играем Пушкина: Царевна-Лебедь» (режиссер - Ольга Мусина) спектаклдәре; ✅Бшҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрынан - «Руслан һәм Людмила» (режиссёр - Ольга Шарафутдинова) спектакле; ✅Өө «Нур» татар театрынан  -«Чудеса у Лукоморья» (режиссер - Эльмира Хәйертдинова); ✅Бшҡортостандың рус дәүләт академия драма театрынан - Александр Грибоедовтың «Горе от ума» комедияһы буйынса ҡуйылған спектакль (режиссёр - Игорь Селин); ✅М Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрынан - Алексей Симуков әҫәре буйынса  "Аҡ ҡанатлы хыялым" спектакле (режиссер - Фирғәт Ғарипов). Проект Президент мәҙәни башланғыстар фонды, Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында тормошҡа ашырыла. Театр программаһы афишаһы түбәндәге һылтанма буйынса: https://disk.yandex.ru/i/t88KHh7Wd1yGog #ЭХОБДФ

“ЭХО БДФ” Ҙур Балалар фестивалендә Өфө театрҙарынан 6 спекталь күрһәтеләсәк
“ЭХО БДФ” Ҙур Балалар фестивалендә Өфө театрҙарынан 6 спекталь күрһәтеләсәк
“ЭХО БДФ” Ҙур Балалар фестивалендә Өфө театрҙарынан 6 спекталь күрһәтеләсәк
“ЭХО БДФ” Ҙур Балалар фестивалендә Өфө театрҙарынан 6 спекталь күрһәтеләсәк
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас