

Әле кес кенә булһалар ҙа, һәр уйынға етди ҡараған, сара барышында тыныс ҡына ололар һөйләгәнен тыңлап ултырыусы был буласаҡ чемпиондар күңелдә һоҡланыу тойғоһо уята.
Рәсәй шашисткаһы, халыҡ-ара шашка буйынса ете тапҡыр донъя чемпионы, халыҡ-ара гроссмейстер Тамара Танһыҡҡужина был турнирҙар яңы еңеүҙәр асыр бер майҙансыҡҡа әйләнеүен билдәләп үтте. Мәҫәлән, үткән йылдарҙағы призерҙар Рәсәй юниорҙар йыйылма командаһы составына инә. Ә «Буласаҡ чемпиондар кубогы»ның бер-нисә тапҡыр еңеүсеһе Кәрим Рәшит күптән түгел 9 йәшкә тиклемге малайҙар араһында Рәсәй беренселегендә еңеү яуланы!
Шулай итеп, мәктәпкәсә йәштәге балалар араһында буласаҡ чемпиондар кубогына эйә булыусылар:
Командалар араһында:
1. Ишембай (Маслов Марк, Мараховский Иван, Степанова Виктория, Акубакова Аиша)
2. Өфө (Рәшит Кәрим, Назиров Артем, Мартынова Екатерина, Никулина Кира)
3. Өфө ҡалаһы 157-се балалар баҡсаһы (Мостафин Искәндәр, Вәхитов Данис, Князева Ева, Кораблева Дарья).
Ауыл командалары араһында:
1. Бүздәк районы (Әлимбәков Илназ, Үлмәҫҡолов Әмир, Байтирәкова Айлина, Рәхимҡолова Илария)
2. Бүздәк районы (Давыдов Руслан, Ҡоҙаяров Айҙар, Хәмәтдинова Эмилия, Хафизова Амелия)
3. Иглин районы (Аҫылғужин Артур, Килдейәров Мирослав, Хәбирова София, Ҡәйүмова Зарина).
Етди ҡарашлы был ҡыҙ һәм малайҙарға оло еңеүҙәр, бейек үрҙәр теләп ҡалабыҙ!