

2026 йылда 24 муниципалитетта 53 объектта капиталь ремонт үтәсәк. Был - 6 балалар баҡсаһы, 6 колледж һәм 41 мәктәп бинаһы. Шуларҙың 36-һын 2026 йылдың 1 авгусына тиклем тапшырыу күҙ уңында тотола.
Урал Килсенбаев билдәләүенсә, ремонтланған һәр мәктәп заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. Был маҡсатҡа 2026 йылда федераль бюджеттан 306 миллион һум йүнәлтеләсәк.
Шулай уҡ төбәк етәксеһе мәғариф буйынса республика август кәңәшмәһен Ишембай районында үткәреү башланғысын хупланы. Унда 4 мәктәп һәм 1 балалар баҡсаһы яңыртыласаҡ.