+13 °С
Облачно
VK
Яңылыҡтар
25 Апреля , 07:25

Балалар һәм ата-әсәләр өсөн - ҙур тамаша!

27 майҙан 1 июнгә тиклем республикабыҙҙа Ҙур балалар фестивале үтәсәк! Унда бушлай спектакль, кино ҡарарға мөмкин, тик алдан теркәлергә кәрәк!

Балалар һәм ата-әсәләр өсөн - ҙур тамаша!Балалар һәм ата-әсәләр өсөн - ҙур тамаша!
Балалар һәм ата-әсәләр өсөн - ҙур тамаша!

Уның программаһына ярашлы, спектаклдәр, нәфис һәм анимация фильмдары күрһәтеләсәк, яҙыусылар менән ижади осрашыуҙар ойоштороласаҡ. Шулай уҡ 60-тан ашыу белем биреү сараһы уҙғарыласаҡ.

 

Өфөлә йәшәүселәрҙе һәм ҡунаҡтарҙы Мәскәү, Санкт-Петербург, Ҡазан, Тверь, Омск, Ульяновск ҡалаларынан һигеҙ спектакль көтә. Шулай уҡ Башҡортостан театрҙарынан алты тамаша буласаҡ.

 

Биш йыл эсендә программа Рәсәйҙең 16 төбәгендә үтте. Ул 2018 йылда Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы Сергей Безруков инициативаһы менән үткәрелә башланы. Ҙур балалар фестивале “Ғаилә” милли проектына индерелгән һәм “Кесе Ватандың мәҙәниәте” федераль партия  проектын үтәү  сиктәрендә Президент мәҙәни инициативалар фонды һәм Рәсәй Мәҙәниәт министрлығы булышлығында ғәмәлгә ашырыла.

 

Мәғлүмәт: фестивалдең матбуғат хеҙмәте.

Балалар һәм ата-әсәләр өсөн - ҙур тамаша!
Балалар һәм ата-әсәләр өсөн - ҙур тамаша!
Балалар һәм ата-әсәләр өсөн - ҙур тамаша!
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас