+17 °С
Облачно
VKЕңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
20 Апреля , 08:57

"Китапханалар төнө"ндә - балалар ижад иткән шиғырҙар!

Быйыл "Китапханалар төнө" акцияһы 15-се йыл уҙғарылды. Быйылғы акцияның темаһы Халыҡтар берҙәмлеге йылына арналды.

"Китапханалар төнө"ндә - балалар ижад иткән шиғырҙар!"Китапханалар төнө"ндә - балалар ижад иткән шиғырҙар!
"Китапханалар төнө"ндә - балалар ижад иткән шиғырҙар!

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге үҙәк балалар китапханаһының ижади майҙансығында был көндә уҡыусылар үҙҙәренең ҡәләмен һынап, шиғри алышта ҡатнашты.

Был майҙансыҡтың абруйлы ҡунаҡтары: Башҡортостан республикаһы мәҙәниәт министры урынбаҫары Эльза Ҡарамырҙина; Башҡортостандың халыҡ шағиры, «Аҡбуҙат» республика балалар журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина; Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге премия лауреаты Әлфиә Әсәҙуллина; яҙыусы һәм шағирә, балалар өсөн әҫәрҙәр ижад итеүсе Светлана Войтюк; яҙыусы Александр Белкин.

Билдәле яҙыусылар менән бер рәттән балалар ҙа үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын уҡыны. Бына улар: Айлин Матвеева (14 йәш, В. Горбатко исемендәге 64-се гимназия), Карина Туҡтарова (9 йәш, С.Х. Суфиянов исемендәге 157-се мәктәп), Юлиә Вәлитова (15 йәш, 118-се мәктәп), Рөстәм Муллаянов (12 йәш, Н.И. Кузнецов исемендәге 105-се гимназия), Әмин Хәсәнов (12 йәш, МАОУ Н.И. Кузнецов исемендәге 105-се гимназия), Тамерлан Батухтин (12 йәш, 52-се лицей), Разолинда Плетосу (9 йәш, 52-се лицей), Майя Пелогеина (10 йәш), Ксения Игнатьева (11 йәш, В.М. Паращенко исемендәге 51-се белем биреү үҙәге), Любовь Моргунова (7 йәш).

Шиғри алыш тамамланғас, бөтә йәш шағирҙар Өфө балалар китапханалары системаһынан китап магазинына сертификаттар менән бүләкләнде.

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас