+17 °С
Облачно
VKЕңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
20 Апреля , 09:44

Китап йәнә сәхнәлә йәнләндерелде

Айгиз Баймөхәмәтов «Хыялға ҡаршы» спектакленең тыва версияһын юғары баһаланы.

Китап йәнә сәхнәлә йәнләндерелдеКитап йәнә сәхнәлә йәнләндерелде
Китап йәнә сәхнәлә йәнләндерелде

Кисә билдәле башҡорт яҙыусыһы, Башҡортостан республикаһы яҙыусылар Союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтов Чадан ҡалаһына «Хыялға ҡаршы» («Чугленген кузел») фильмының исем туйына барҙы. В. Кок-оол исемендәге Тыва Республикаһының милли музыкаль-драма театры тап "Ҡалдырма, әсәй!" повесы буйынса ҡуйылған спектакле менән үҙенең 90‑сы юбилей театр миҙгелен тамамлай.

 

Милли театр директоры Саян Монгуш "Спектаклдең тәрбиәүи потенциалы ҙур, һәм ул сәхнәлә оҙаҡ йәшәйәсәк", - тип белдерҙе. Шулай уҡ ул Айгиз Баймөхәмәтовҡа театрҙың 90 йыллыҡ юбилейына арналған «Алдар. Хүндү. Мөгейиг» миҙалын тапшырҙы. Был награда — кешеләрҙе берләштергән һәм артистарҙы яңы ҡаҙаныштарға илһамландырған ижады өсөн тәрән рәхмәт билдәһе.

 

Башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәре башҡа милләт вәкилдәре араһында ла ҙур популярлыҡ яулай барыуы беҙҙең өсөн дә ҙур ҡыуаныс һәм ҡаҙаныш!

Китап йәнә сәхнәлә йәнләндерелде
Китап йәнә сәхнәлә йәнләндерелде
Китап йәнә сәхнәлә йәнләндерелде
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас