+17 °С
Облачно
VKЕңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
20 Апреля , 07:42

Халыҡ-ара "Китап байрам" йәнә китап һөйөүселәрҙе йыя!

IV Халыҡ-ара "Китап байрам" китап йәрминкәһе әҙәбиәт һөйөүселәрҙе, нәшриәтселәрҙе һәм авторҙарҙы йыя. Күләмле мәҙәни сара 28-30 майҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ярҙамында Өфө ҡалаһының Совет майҙанында ойошторола.

Халыҡ-ара "Китап байрам" йәнә китап һөйөүселәрҙе йыя!Халыҡ-ара "Китап байрам" йәнә китап һөйөүселәрҙе йыя!
Халыҡ-ара "Китап байрам" йәнә китап һөйөүселәрҙе йыя!

"Китап-байрам" йыл һайын Рәсәй төбәктәре һәм сит илдәрҙән йөҙҙәрсә ҡатнашыусыны йыя. Ә дөйөм ҡатнашыусылар һаны - тиҫтәләрсә мең. Йәрминкә йомғаҡтары буйынса, Башҡортостан республикаһы "Рәсәйҙең әҙәби флагманы" статусына лайыҡ булды. Өс көн дауамында йәрминкә майҙансығында көн һайын 10:00 сәғәттән 22:00 сәғәткә тиклем бай программа тәҡдим ителәсәк: тематик зоналар, китап презентациялары, яҙыусылар һәм нәшриәтселәр менән осрашыуҙар, автограф-сессиялар, дискуссиялар һәм бөтә ғаилә өсөн мәҙәни саралар. Эшлекле һәм мәҙәни программа сиктәрендә йәрминкәнең һәр көнө тематик йүнәлешле буласаҡ: беренсе көн – халыҡ берҙәмлеге, икенсеһе – традицион ғаилә ҡиммәттәре, өсөнсөһө - Рәсәй тарихы, хәтер һәм үткәндәргә хөрмәт күрһәтеүгә арналасаҡ. Быйыл мәғариф программаһына айырым иғтибар биреләсәк. Ул "Знание" йәмғиәте ҡатнашлығында тормошҡа ашырыласаҡ һәм асыҡ диалогтар, эксперттар менән мәғрифәтселек осрашыуҙар тәҡдим ителәсәк. Тарихи хәтер, гражданлыҡ яуаплылығы һәм илдең төп ваҡиғаларын заманса аңлау мәсьәләләренә арналған патриотик майҙансыҡ сараның мөһим өлөшө булып торасаҡ. Саралар 27 майҙа - дөйөм Рәсәй китапханалар көнөндә старт ала. Әҙәбиәт һөйөүселәрҙе яҙҙың иң сағыу мәҙәни ваҡиғаларының береһенә ҡушылырға саҡырабыҙ! Фотолар: БДФ матбуғат хеҙмәтенән.

 

Халыҡ-ара "Китап байрам" йәнә китап һөйөүселәрҙе йыя!
Халыҡ-ара "Китап байрам" йәнә китап һөйөүселәрҙе йыя!
Халыҡ-ара "Китап байрам" йәнә китап һөйөүселәрҙе йыя!
Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас