+9 °С
Облачно
VKЕңеүгә - 80 йыл
Яңылыҡтар
16 Апреля , 14:05

Башҡортостандан 4 баҫма "Рәсәй матбуғатының алтын фонды"на индерелде!

Улар араһында "Аҡбуҙат" журналы ла бар! Шулай уҡ Башҡортостандан "Октябрь юлы", "Ейәнсура таңдары" һәм "Әлшәй хәбәрҙәре" гәзиттәре был юғары наградаға лайыҡ тип табылды.

Башҡортостандан 4 баҫма "Рәсәй матбуғатының алтын фонды"на индерелде!Башҡортостандан 4 баҫма "Рәсәй матбуғатының алтын фонды"на индерелде!
Башҡортостандан 4 баҫма "Рәсәй матбуғатының алтын фонды"на индерелде!

16 апрель көнө Мәскәүҙә йыл һайын үткәрелә килгән "Сифатлы матбуғат. Яңы ысынбарлыҡтағы тормош" Бөтә Рәсәй эшлекле форумында «Рәсәй матбуғатының алтын фонды - 2026» проекты еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Рәсәй Федерацияһы Һанлы үҫеш министрлығының Ваҡытлы матбуғат һәм китап сәнәғәте буйынса дәүләт ярҙамы департаменты директоры урынбаҫары Светлана Аркадьевна Дзюбинская билдәләүенсә, бындай юғары билдә менән уҡыусыларҙы сифатлы контент, яҡшы дизайн менән йәлеп иткән, мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн тәьмин иткән, социаль селтәрҙәрҙә популяр майҙансыҡтары булған гәзит-журналдар бүләкләнә. Был ҡаҙаныш - һеҙҙең дә уңыш, хөрмәтле уҡыусыларыбыҙ! "Аҡбуҙат" журналы кескәй башҡортто рухлы, мәҙәниәтле итеп тәрбиәләүҙә һәр ваҡыт ең һыҙғанып эшләргә әҙер!

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас