Ҡайһы бер фекерҙәрҙе күрһәтеп үтәбеҙ.
- Профессиональ йәһәттән яныу (выгорание).
Йыш ҡына ата-әсәләр уҡытыусыға тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытында яҙа, йә шылтырата. Эштән тыш ваҡытта мәшәҡәтләмәҫкә тигән тәҡдим яһалды.
- Геройҙар кәрәк.
Элек педагог-новаторҙар менән тапшырыуҙар булды һәм уларҙы бөтә ил ҡарай ине. Был телетапшырыуҙарҙы яңынан башлау тәҡдим итәлде.
- Эш хаҡы күпте хәл итә.
Талантлы уҡытыусылар, эш хаҡы әҙ булыуы арҡаһында, башҡа өлкәләрҙе һайлай.
- Йәш үҙенсәлеге.
Уҡытыусыларҙың күбеһе пенсия, йә пенсия алды йәшендә. Улар киткәс, кем эшләр?
- Стеналарға - портреттар.
Тәҡдим: мәктәптәрҙә уҡытыусыларҙың портреттарын элеп ҡуйырға һәм уларҙың еңеүҙәрен, уңыштарын теҙеп яҙырға.
- Осрашыу һәм семинарҙар.
Уҡытыусылар өсөн башҡа ҡалаларға һәм райондарға сәйәхәттәр ойошторорға.
- Техник бурыстарҙы кәметеү.
Тауыш биреү, рейтингтар, сикһеҙ отчеттар уҡытыусы эшен ҡатмарлаштыра ғына.
- Уҡытыусы үҙен нисек күрһәтһә, уға шундай мөнәсәбәт буласаҡ. Уҡытыусы ата-әсәне лә, баланы ла дөрөҫ аңлай белергә тейеш.
- Йәштәр өсөн остаз кәрәк.
Һәр йәш уҡытыусыға остаз беркетеү тәҡдим ителде.
- Өҫтәмә белем биреү педагогтары ла сығыш яһаны.
Йыш ҡына мәктәп уҡытыусыларына ҡаралған ташламалар беҙгә бирелмәй тине улар.
Ҡаралаһы мәсьәләләр күп. Иң мөһиме, уҡытыусылар, депутат һәм журналистар бер-береһен тыңланы, фекер алышты.
Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ: уҡытыусының абруйын күтәрергә нимә ярҙам итер?