Яңылыҡтар
10 Апреля , 14:32

Уҡытыусы – иң хөрмәтле һөнәр!

Бөгөн "Торатау" Конгресс-холында VIII "Ҡанатлан!" мәктәп мәғарифы форумы үтте.Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Ҡанатлан!» форумы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысы менән тәүге тапҡыр 2019 йылда ойошторолдо һәм үҙен мәғариф өлкәһендәге иң актуаль мәсьәләләр хаҡында һөйләшеү өсөн мөһим майҙансыҡ итеп танытты. 

Форум майҙансыҡтары эшендә республиканың министрлыҡ һәм ведомство, муниципалитет, йәмәғәт берекмәләре, киң мәғлүмәт саралары, профсоюз вәкилдәре, шулай уҡ уҡытыусылар, журналистар ҡатнашты.

 

"Уҡытыусы: һөнәри абруйҙы нисек үҫтерергә" тип аталған майҙансыҡта ни өсөн йәштәрҙең мәктәпкә эшкә барырға теләмәүҙәре, уҡытыусы - ата-әсә, уҡытыусы - уҡыусы бәйләнеше, ни өсөн иң көслө уҡытыусыларҙың да эшендә "яныуы" һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.

 

Спикерҙар: Башҡортостан мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Светлана Викторовна Антипина, "Башинформ" мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррире Руслан Михайлович Шәрәфетдинов, социаль сәйәсәтте үҫтереү мәсьәләләре буйынса советник, тележурналист Ҡасымханова Альбина Фәрит ҡыҙы, Рәсәй Федерацияһы халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Башҡортостан республика ойошмаһы рәйесе Елена Робертовна Хаффазованың сығыштарынан ҡайһы бер өҙөктәр бирәбеҙ.

 

Автор:Рита Стеничкина
Читайте нас