+6 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Апрель , 17:08

17 апрелдә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант уҙа!

Акция, һәр ваҡыттағыса, онлайн һәм офлайн форматта уҙғарыла.

17 апрелдә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант уҙа!
17 апрелдә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант уҙа!

Офлайн:

- белем биреү ойошмаларында;

- юғары уҡыу йорттарында;

- мәҙәниәт учреждениеларында;

- коммерция предприятиеларында, йәмәғәт ойошмалары офистарында һ. б.

 

Онлайн:

- Дикторҙар диктант тексын Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Тамыр» телеканалы, «Ашҡаҙар» радиоһы, акцияның рәсми сайты, социаль селтәрҙәрҙә тура эфирҙа уҡыясаҡ.

 

Акция 11:00 сәғәттә башлана.

 

11:00 сәғәттән 11:25 сәғәткә тиклем - башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгән ҡатнашыусылар өсөн;

 

11:30 сәғәттән 12:00 сәғәткә тиклем - башҡорт телен иркен белеүселәр өсөн;

 

12:05 сәғәттән 12:30 сәғәткә тиклем башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында диктант.

 

Диктантты яҙып бөткәс, эштәрегеҙҙең фотоһын йәки сканын «МАКС»ҡушымтаһында @bash_dictant_bot ботына йәки bashdictant.ru сайтында шәхси сәхифә аша ебәрергә онотмағыҙ!

 

#башҡорттелендәдиктант

#башдиктант2026

#башҡортсадиктантяҙам

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас