+10 °С
Ямғыр
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Апрель , 13:13

Башҡортостанда - Тоталь диктант-2026!

18 апрель көнө Башҡортостан Республикаһында, бөтә Рәсәйҙәге кеүек, йыл һайын үткәрелә килгән «Тоталь диктант» акцияһы ойоштороласаҡ.

Башҡортостанда - Тоталь диктант-2026!
Башҡортостанда - Тоталь диктант-2026!

Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, акцияла ҡатнашыу өсөн рәсми сайтта, шулай уҡ төбәк мәғлүмәт порталдары һәм мәҙәниәт учреждениелары аша теркәлергә кәрәк.

Майҙансыҡтар Өфөлә генә түгел, Стәрлетамаҡта, Салауат, Нефтекама, Бөрө, Мәләүез, Ишембай, Туймазыла һәм башҡа ауыл, ҡалаларҙа ойоштороласаҡ.

 

Беренсе «Тоталь диктант» 2004 йылда Новосибирск дәүләт университетының гуманитар факультеты студенттары менән үткәрелгән. 2025 йылда сара, 1,3 миллиондан ашыу кешене берләштереп, бөтә ҡитғаларҙағы 112 илде үҙ эсенә алды. «Тоталь диктант» проекты Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең «Фәнгә тоғролоҡ өсөн» һәм «Мөмкинлектәр иле» номинацияһында премияларына лайыҡ. 2026 йылда «Тоталь диктант» Президент гранттары фонды ярҙамында үткәрелә.

 

Быйыл акция 18 апрелдә Өфө ваҡыты менән 13:00 сәғәттә башлана. Ситтә ҡалмағыҙ!

 

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас