-6 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Март , 14:09

ИҒТИБАР! ЯҢЫ КОНКУРС!

"Аҡбуҙат" журналы тәрбиәселәр араһында яңы конкурс ойоштора!

ИҒТИБАР! ЯҢЫ КОНКУРС!
ИҒТИБАР! ЯҢЫ КОНКУРС!

Балалар баҡсаһында эшләүсе рухлы, талапсан, алдынғы тәрбиәселәребеҙ! Кескәй башҡортто тәрбиәләүҙә һеҙҙең өлөшөгөҙ, ролегеҙ - ғәйәт ҙур! Шул хеҙмәтегеҙҙе башҡаларға күрһәтеү, баһалау өсөн "Минең икенсе әсәйем" конкурсын башлайбыҙ.

 

Конкурс сентябргә тиклем бара. Еңеүселәр 27 сентябрь — Тәрбиәселәр көнөндә билдәләнәсәк!

 

Март аҙағына тиклем конкурста ҡатнашырға теләүселәр ошо пост аҫтына комментарийҙа исем-шәрифтәрен, балалар баҡсаһын күрһәтеп яҙырға тейеш - https://vk.com/wall-196702306_99101

 

Артабан һәр ай һайын бирелгән темаға ярашлы кескәйҙәр менән сара үткәреп, шуны видеоға төшөрөп, шулай уҡ беҙҙең төркөмдә ҡуйылған махсус пост аҫтына беркетеп барырға кәрәк буласаҡ. Сара үткәреү өсөн һәр ай һайын яңы тема тәҡдим итербеҙ. Конкурсанттарҙың эшендә балаларҙың сарала ҡатнашыуы, башҡортса һөйләшеүе иҫәпкә алынасаҡ.

 

Сараларҙың йөкмәткеһе, балаларҙың был эшкә йәлеп ителеүе, тәрбиәселәрҙең ижади эшмәкәрлегенә ҡарап, 3 еңеүсе билдәләнәсәк.

 

Бүләктәр ҙә шәп кенә!
???? "Алиса" аҡыллы колонкаһы;
???? Робот-саңһурғыс;
???? Саңһурғыс.
Бынан тыш, дәртләндереү приздары ла ҡаралған!

 

Беҙҙең изге күңелле, егәрле, өлгөр тәрбиәселәребеҙ! Конкурста ҡатнашып, үҙ эшегеҙҙе башҡаларға күрһәтергә, тәжрибә уртаҡлашырға саҡырабыҙ! Конкурста ла әүҙем булырһығыҙ тип ышанабыҙ!

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас