-11 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Март , 20:13

Принцессалар балға йыйылды!

Бөгөн Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында төбәк Башлығы Радий Хәбиров йыл һайын үткәрелеп килгән «Кескәй принцессалар балы»нда ҡатнашты.

Принцессалар балға йыйылды!
Принцессалар балға йыйылды!

Сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар өсөн ойошторолған хәйриә сараһына шулай уҡ бөтә республиканан балалар йорттарында тәрбиәләнеүселәр һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары йыйылды. Театр фойеһында бәләкәс принцессаларҙы артистар һәм волонтерҙар ҡаршы алды. Матурлыҡ оҫталары ҡыҙҙарҙы биҙәндерҙе, кескәйҙәр өсөн хас принцессаларҙыҡы кеүек мөйөштәр ҙә булдырылған. Килгән ҡунаҡтар фотоға төштө. Бергәләп спектакль ҡарағас, кескәй һылыуҡайҙарға бүләктәр таратылды. 8 март - Ҡатын-ҡыҙҙар көнө алдынан ойошторолған мөғжизәле, һоҡланғыс байрам булды был

 

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас