-9 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Февраль , 18:37

«Әлифба: һандар һәм ваҡыт» йәнһүрәттәр сериалының исем туйы үтте!

Бөгөн "Родина" кинотеатрында “Әлифба: һандар һәм ваҡыт” белем биреү-күңел асыу анимация проектының икенсе миҙгеле исем туйын туйланы. Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырылған был проект емеше балалар баҡсалары тәрбиселәре һәм кескәйҙәрҙә тәҡдим ителде. Тамашасы йәнһүрәтте бик йылы ҡабул итте.

«Әлифба: һандар һәм ваҡыт» йәнһүрәттәр сериалының исем туйы үтте!
«Әлифба: һандар һәм ваҡыт» йәнһүрәттәр сериалының исем туйы үтте!

 “Әлифба: һандар һәм ваҡыт” белем биреү-күңел асыу анимация проектының икенсе миҙгеле 60 берәр минутлыҡ серияларҙы үҙенә индерә. Икенсе миҙгел кескәй тамашасыларҙы цифрҙар, һуңынан һандар, ваҡыт төшөнсәләре, йыл миҙгелдәре һәм йылдың һәр айы менән таныштыра. Серияларҙы төшөргәндә сценаристар, рәссамдарҙан тыш, балалар психологтары, музыканттар, башҡорт теле уҡытыусылары ла тырышлыҡ һалған.

Йәнһүрәт “Муха” студияһы тарафынан рәссам-карикатурасы Камил Буҙыҡаев һәм Әмир Абдразаҡов исемендәге “Башҡортостан” киностудияһы ярҙамында булдырылды.

Яңы йәнһүрәттән өҙөк ҡарағас, "Родина" кинотеатрында фекер алышыу ҙа ойошторолдо.

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас