Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Февраль , 12:23

Волга буйы федераль округында - иң ҙур мәктәп!

16 февралдә Өфөнөң Кузнецов затоны биҫтәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2 200 балаға иҫәпләнгән 164-се мәғариф үҙәген асыу тантанаһында ҡатнашты.

Волга буйы федераль округында - иң ҙур мәктәп!
Волга буйы федераль округында - иң ҙур мәктәп!

- Бөгөн беҙ Волга буйы федераль округында иң ҙур мәктәп асабыҙ. Был балалар өсөн ысын мәғәнәһендә инновацион тәрбиә, мәҙәни, спорт һәм ял итеү үҙәге. Мәктәп уҡыусыларының ҡаҙаныштары тураһында күп тапҡырҙар ишетербеҙ, тип ышанам. Иң мөһиме, мәктәп тыуған илен яратҡан кешеләрҙе тәрбиәләһен, - тине Радий Хәбиров. - Бөтә балаларға ла яҡшы уҡыуҙарын теләйем. Уҡытыусыларға мөһим һәм яуаплы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт, бында эшләү һеҙгә уңайлы булһын.

31 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанлы мәктәп бинаһы архитектураһы «А» хәрефе формаһында. Бында бөтәһе 96 уҡыу кабинеты, 4 спорт залы, стадион, бер нисә уйын майҙансығы, медицина блогы бар. Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн лифт, пандустар һәм айырым санитар бүлмәләр йыһазландырылған.

Волга буйы федераль округында - иң ҙур мәктәп!
Волга буйы федераль округында - иң ҙур мәктәп!
Волга буйы федераль округында - иң ҙур мәктәп!
Волга буйы федераль округында - иң ҙур мәктәп!
Волга буйы федераль округында - иң ҙур мәктәп!
Волга буйы федераль округында - иң ҙур мәктәп!
Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас