-21 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Февраль , 15:50

“Диктор тауышы” конкурсының еңеүселәре билдәләнде!

Бөгөн, 6 февралдә, Әхәт Мортазиндың яҡты иҫтәлегенә арналған “Диктор тауышы” конкурсына йомғаҡ яһалды. Сара дикторҙың тыуған яғы - Учалы ҡалаһының 9-сы полилингваль мәктәбендә үтте. 

“Диктор тауышы” конкурсының еңеүселәре билдәләнде!
“Диктор тауышы” конкурсының еңеүселәре билдәләнде!

Легендар диктор, Башҡортостандың халыҡ артисы Әхәт Мортазин иҫтәлегенә арналған "Диктор тауышы" төбәк-ара конкурсы быйыл 7-се тапҡыр үткәрелә. Уҡыусылар араһында уҙғарылған был ярышты   Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Учалы районының мәғариф идаралығы һәм «Юлдаш» радиоһы ойоштора. Конкурс уҡыусы балалар араһында башҡорт теленә ихтирам булдырыу, телмәр тотоу оҫталығын камиллаштырыу, һөнәр һайлауға булышлыҡ итеү маҡсатында үткәрелә.      Быйыл бәйгегә 100-гә яҡын ғариза ҡабул ителде. Республиканың 30-ҙан ашыу ҡала һәм райондарынан, шулай уҡ Силәбе өлкәһенән ҡатнашыусылар бар. Конкурстың төп шарттары түбәндәгесә: рәсми хәбәрҙәр уҡыу һәм "Урал батыр" эпосына бәйле репортаж әҙерләү. Баһалама комиссияһы 30 эште финалға һайлап алды, уларҙың 12-һе еңеүсе тип билдәләнде. Бына улар – конкурс еңеүселәре: 1-се урын: Баймаҡ ҡалаһының 5-се дөйөм биреү мәктәбе уҡыусыһы Азамат Иҙелбаев һәм Әбйәлил районы Асҡар ауылының Таһир Күсимов исемендәге гимназия уҡыусыһы Бәхтийәр Муллахмәтов; 2-се урын: Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт республика гимназия интернаты уҡыусыһы Яҙгөл Хәйруллина, Ҡыйғы районы Үрге Ҡыйғы ауылының 2-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусыһы Яҙгөл Ғафарова; Учалы районының Комсомольск урта мәктәбе уҡыусыһы Илнара Әбдрәхимова; 3-сө урын: Өфөнән Сулпан Ишмөхәмәтова, Салауат районы Әлкә ауылынан Лилиә Кәримова, Көйөргәҙе районы Илкәнәй ауылынан Айҙар Мөхәмәтшин, Волга буйы федераль округының Рәсәй Геройы А.В.Достовалов исемендәге Башҡорт кадет корпусы уҡыусыһы Хәниф Йосопов. Көйөргәҙе районы Илкәнәй урта мәктәбе уҡыусыһы Айҙар Мөхәмәтшинға, Силәбенән Ильяс Зияев менән Илеш районы уҡыусыһы Фәрхәт Исламовҡа Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы махсус приз тапшырҙы. Хәйбулла районынан Ислам Билалов "Белем тау" үҙәгенән махсус приз алһа, Ишембайҙан Искәндәр Лотфуллин телевидение дикторы Айнур Ғибәҙуллиндан махсус приз - оҫталыҡ дәресенә эйә тип табылды. Финалға үтеүселәргә дипломдар, иҫтәлекле бүләктәр, ойоштороусыларҙан махсус приздар тапшырылды. Шулай уҡ  "Уңышҡа ынтылыш" номинацияһы буйынса ла бүләктәр булдырылды. "Диктор тауышы" конкурсында әүҙем ҡатнашҡан мәктәптәргә Рәхмәт хаттары бирелде. Конкурс еңеүселәрен ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Республикабыҙҙың киләсәге – һеҙҙең кеүек тырыш һәм уңған ҡыҙ, егеттәр ҡулында! Илебеҙ өсөн кәрәкле шәхес булып үҫеүегеҙҙе теләйбеҙ!

 

Автор: Рита Стеничкина
Читайте нас